"Миңә 31 йәш һәм бына инде 8 йыл дауамында үҙ-үҙем менән эске көрәш алып барам.
Миңә бик ауыр. Бәлки, ситтән күҙәтеүселәргә һиҙелмәйҙер, әммә был ысынлап та шулай. Шуға ҡарамаҫтан, мин туҡтамайым. Бәләкәй геүә аҙымдар менән алға барам. Һәр яңы көнөмә рәхмәтлемен. Нимә генә эшләһәм дә, уны тәү сиратта үҙем өсөн икәнен аңлайым, сөнки был минең юлым ғына.
Мин 1 төркөм инвалиды булып көн итергә түгел, ә бөтә сикләүҙәрҙе тоймайынса тулы күкрәккә йәшәргә теләйем.
Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ йәшәү принциптары, үҙ юлы . Шуға күрә бер ҡасан да үҙ күҙлегегеҙҙән сығып кешене хөкөм итергә ашыҡмағыҙ.
Мин үҙемә ышанам, барыһы ла яҡшы буласаҡ!»- тип яҙылған Рөстәм.