Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2023, 08:00

Өфөлә һигеҙ айлыҡ сабый үҙ ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгән

Сабыйҙың үлемендә алкоголизм менән ауырыған әсәһе ғәйепле.

Өфөлә һигеҙ айлыҡ сабый үҙ ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгәнӨфөлә һигеҙ айлыҡ сабый үҙ ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгән
Өфөлә һигеҙ айлыҡ сабый үҙ ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгән

Билдәле булыуынса, эскән әсә илаған сабыйына ҡатнашма ашата һәм үҙе икенсе бүлмәгә сығып  телевизор ҡарарға ултыра.  Ярты сәғәттән һуң ул  ҡыҙы ҡоҫҡолоғона сәсәп үлеп ятыуын күрә.

Быға тиклем дә Анастасияны әсәлек хоҡуғы сикләгән булалар. Әле  уның ике өлкән балаһы приютта тәрбиәләнә. Улар аслыҡтан интеккән һәм ҡаты мөнәсәбәттәргә дусар булғандары өсөн тартып алынған.

Әле фажиғәне полиция тикшерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас