

Мәскәүҙә булған хәл. Полицияға ҙур суммала аҡса юғалыу тураһында хәбәр килә. Баҡһаң, бер ир төргәккә төрөлгән 1 млн һум аҡсаһын (ҡайҙан алған, ҡайҙа китеп барғаны билдәһеҙ әлегә) телефондан һөйләшкәнсе парковкалағы машинаһының башына һалып тора ла, аҙаҡ онотоп, машинаһына ултырып ҡуҙғалып китә. Аҡса төргәге ергә төшөп, аунап ятып ҡала.
Ә был ваҡытта шул тирәнән Азия яғынан килгән 27 йәшлек егет үтеп барған. Әлбиттә, төргәкте күргән, алған һәм асып ҡараған. Хужаһы полицияға мөрәжәғәт итеп, эҙләй башлаған арала 400 мең һум аҡсаны тотоноп та өлгөргән.
Полиция быны табып, 600 мең һумды кире хужаһына ҡайтарған. Гастарбайтерға ҡарата енәйәт эше асылған. Бик ҡыҫҡа ваҡытта булһа ла, миллионер булып ҡараған инде был "ҡунаҡ".
Әгәр ҙә мәгәр урамда аҡса тапһағыҙ, тотонмағыҙ, полицияға алып барығыҙ. Йәшенеп булмай, камералар - бөтә ерҙә.