

Әммә мопед водителе законлы талапты инҡар итеп, газға баҫҡан, светофорҙың ҡыҙыл утына ла туҡтамаған. Мопед водителен һәм пассажирын "ВАЗ" машинаһы менән бәрелеүҙән аралар өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаһы уларҙың араһына барып ингән.
Авариянан һуң мопедтыҡылар ҡасып та маташҡан әле ул.
Мопед водителе лә, пассажиры ла йәрәхәтләнгән. "ВАЗ" водителе, шөкөр, имен.
Был ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Фото: БР ЮХХДИ.