Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2023, 11:30

Нәфисә апай бигерәк даланлы булып сыҡты!

Нуриман районынан Нәфисә Бәҙретдинова «Йәшлек»кә яҙылып, туңдырғыс лар отто! Быйыл ул икенсегә ошондай затлы бүләккә эйә була.

Нәфисә апай бигерәк даланлы булып сыҡты!Нәфисә апай бигерәк даланлы булып сыҡты!
Нәфисә апай бигерәк даланлы булып сыҡты!

Бөгөн БСТ каналының «Сәләм» тапшырыуында «Башҡортостан нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы киләһе ярты йыллыҡҡа республика һәм район гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатты. Отошта йәнә лә гәзитебеҙ яҙылыусылары затлы бүләктәргә лайыҡ булып, беҙҙе ҡыуандырҙы. 

Иң ҙур бүләктәрҙең береһе - туңдырғыс ларҙы Нуриман районының Исай ауылынан Нәфисә Бәҙретдинова отто. Ул «Йәшлек» һәм «Йәйғор» гәзиттәренә яҙылған. Әйткәндәй, быйыл Нәфисә апай беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, йылытҡыс отҡайны инде. Нуриманда бына шундай даланлы уҡыусыбыҙ бар!

Мотоблок Дыуан районының Арый ауылынан Мансур Хәтмуллин өлөшөнә төштө. Мансур ағай «Йәшлек», «Башкортостан», «Дуванский вестник» гәзиттәренең әүҙем уҡыусыһы. Бесән сапҡысты Ҡырмыҫҡалы районынан «Йәшлек» менән «Даирә»гә яҙылыусы Флүрә Шәмәрәева отто. 

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас