Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2023, 04:34

Китапханала лазер менән эшләргә өйрәнәләр

Ишембай районының Үрге Этҡол ауылындағы заманса китапханала лазер станогы ҡуйылған. 

Китапханала лазер менән эшләргә өйрәнәләрКитапханала лазер менән эшләргә өйрәнәләр
Китапханала лазер менән эшләргә өйрәнәләр
Модель китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөлгән. Ошо көндәрҙә унда балалар лазер станогында эшләргә өйрәнде. Малайҙар һәм ҡыҙҙарға бик оҡшаны. Иң мөһиме - машинаға кәрәкле программа ҡушыу. Унда ағас, пластик, туҡыма, резина, фанера, пенопласт кеүек материалдарҙы эшкәртергә мөмкин, тип хәбәр итәләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.
Китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова әйтеүенсә, теләгән һәр кем килеп эшләй ала.
Фото: Минкульт РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас