Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2023, 16:18

Башҡортостандың баш ҡалаһы - лидер

Өфө ҡалаларҙың IQ күрһәткесен һанлаштырыу индексы буйынса иң алдынғы биш ҡала исемлегенә инде. Был турала "Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил" халыҡ-ара форумында белдерҙеләр. Беҙҙең баш ҡала менән бер исемлектә Мәскәү, Санкт-Петербург, Красноярск һәм Ҡазан.

Башҡортостандың баш ҡалаһы - лидерБашҡортостандың баш ҡалаһы - лидер
Башҡортостандың баш ҡалаһы - лидер

Яҡшы хәбәр менән БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уртаҡлашты. 

"Башҡортостан ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә, уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бер ыңғай беҙ һанлы яңылыҡтар индерергә лә тырышабыҙ. Был - беҙҙең тормоштоң мөһим өлөшө, бөгөнгөбөҙ", - тип яҙған республика етәксеһе.

Фото: vk.com/radiyhabirov


Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас