

Менәүәрә БОХАРБАЕВА – 1951 йылда Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетында филология факультетын тамамлап, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Аҡъяр ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләй.
* * *
Әйләнә ер, үтә ваҡыт,
Тормош шулай ҡоролған.
Таң булып ата ла кеше
Ҡулын болғай батыштан...
Ҡай арала үтте ғүмер?
Һиҙмәй ҡалғанбыҙ шуны,
Үкенесме, яҡшығамы -
Үтәлмәй ҡалды ниҙер...
Әллә әйтелмәне һүҙҙәр,
Әллә артыҡ әйтелде!
Әллә хыялый күңелдәр
Ел етмәҫ ергә елде.
Эшен дә эшләнек, ай-һай,
Кәрәген биргән һымаҡ.
Эштән башҡа хатта ҡайсаҡ
Бер ни күрмәнек буғай...
Бөгөнгөнөң белмәй ҡәҙерен,
Күңел ниҙелер көттө!
Әйтерһең, офоҡ ситендә
Өр-яңы тормош көттө!
Эй ашыҡтыҡ, эй ашҡындыҡ,
Тапмаҡ булып мөғжизә.
Тик һуң ғына шул аңланыҡ,
Ул йөрөгән йәнәшә:
Һәр бер көнө ғүмеркәйҙең
Булған икән мөғжизә!
* * *
Йә Илаһым, Раббым, Аллаһым, тип,
Ялбарамын көн дә мин һиңә.
Яман көстәреңә бирмә ирек
Ҡул һуҙырға халҡым теленә!
Башҡортто ла Һин бит яралтҡанһың
Һутлы телле итеп был ергә,
Һәр өнкәйен моңға мансығанһың,
Йырлап торһон, тиеп, мәңгегә!
"Үгәй әсәй"ебеҙ булғас йүнһеҙ,
Сиге булмаҫ кәмһетелеүҙең!
Телһеҙ ҡалып, шунан - илһеҙ.
Ни мәғәнә былай йәшәүҙең!
Бына тағы телем кәмһетелә:
Тиң түгел, тип, урыҫ теленә!
Теләгәндәр генә өйрәнһә лә,
Еткән, тиҙәр, һинең телеңә...
Етә ҡалды ҡайһы башҡортҡа:
Эшем эйәһеләй ең һыҙғанып,
Ана йөрөй имзаларын йыйып,
Телен ырғытырға тамуҡҡа!
Телгенәм, тип, бишкә бөгөләм!
Балаҡайым, һиңә өндәшәм:
Баш тартмасы әсәң теленән,
Өйрән, һөйләш, белсе телгенәң!
Әсәй, атай, тиеп әйткән телең,
Иң көслө тел, шуны бел генә.
Телкәйем, тип, типһен йөрәгең,
Тел һаҡларлыҡ булһын ғәмәлең!
* * *
Күк ҡабағын йомдо,
Ер йоҡоға талды.
Йыһан өнһөҙ ҡалды,
Гүйә, донъя тынды...
Уйым менән Ерҙе һыйпап,
Хәйерле төн теләп ҡуйҙым.
Матур-матур төштәр күреп,
Йоҡлап китһен бала-саға.
Эштән арып ялға ятҡан
Көс - дәрт йыйһын тыуыр таңға.
Илергәндәр мөхәббәттән
Йондоҙҙарға әйҙә осһон!
Һау - сәләмәт төшөп күктән,
Таңға ҡояш нурын ҡосһон!
Тыныс йоҡо ҡарт - ҡороға,
Төнөгөҙ һыҙланмай үтһен.
Ҡайғылы, тәрән уйлыға
Бирһен Аллаһ түҙемлеген!
Эй Раббым, кешеләрең йоҡлай,
Рәхәтләнеп, мыш -мыш килешеп.
Бер үк кенә тыныслығын боҙмай,
Бәүелтһәңсе Ерем - бишегем.
Фәрештәләр ҡанаттарын ҡағып,
Елпеп торһон ине күктәрҙә,
Уятһындар беҙҙе таң елдәре,
Ҡояш нуры асһын күҙҙәрҙе!
Ҡабул ҡылсы, Раббым, доғамды,
Йәнем менән һиңә һыйындым,
Түшәк итеп изге уйымды,
Татлы йоҡоларға мин талдым.