Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июля 2023, 07:55

Иҙәк йылғаһында 14 йәшлек үҫмер батып үлгән

Уның кәүҙәһен атаһы сығарған.

Иҙәк йылғаһында 14 йәшлек үҫмер батып үлгәнИҙәк йылғаһында 14 йәшлек үҫмер батып үлгән
Иҙәк йылғаһында 14 йәшлек үҫмер батып үлгән

Кисә, 25 июлдә, Благовещен районының Ильина-Поляна ауылы янынан аҡҡан Иҙәк йылғаһында 14 йәшлек малай батып үлә, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Билдәле булыуынса, ул атаһы менән балыҡ тоторға барған була. Көтмәгәндә үҫмер һыу аҫтына китә. Уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмағандар. Малайҙың кәүҙәһен атаһы һыуҙан сығара. Әле фажиғә буйынса тикшереү эше башланған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас