

Автомобилдә биш кеше, шул иҫәптән бәлиғ булмаған бала булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике ҡатын зыян күреп, береһен дауаханаға оҙатҡандар.
Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сираттағы уҡыуҙарға юлланғанда, Шишмә районының 1444-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит була. Белгестәр зыян күреүсегә шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтә.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: МЧС РБ.