Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2023, 16:00

***

Йәнем тағы кипкән ҡорот һымаҡ, Ыҫланыуҙан бөткән сирылып. Ярылмағас, сүкешләп төйөүҙән, Һыҙланыуҙан киткән һурылып. Йәмшек-йөмшөк кенә булып ҡалғас, Йәмһеҙлеге үҙем биҙерлек. Сүкеүҙәре ҡорос иҙерлек тә, Ғазаптарға әҙәм түҙерлек, Ҡатын-ҡыҙҙа түҙем-түҙемлек – Үҙ йәндәрен үҙе өҙөрлөк. Кем ҡоротто сүкеп өҙә инде, Майлы һурпа ғына иҙерлек.. Гөлнара Хәлфетдинова

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас