

Әйҙә, сығайыҡ, тип оран ташлауҙары булды, хатта махсус ошо өмәгә ҡалала йәшәүселәр ҙә ҡайтты.
Бикес халҡы яҙҙан алып, өмәгә бер нисә тапҡыр сыҡты. Ауылыбыҙ таҙа, күркәм, ҡараулы булһын, тип тырыша ауылдаштар.
Әйткәндәй, мәсетте ҡышын йылытыу проблемаһы ла бар ине. Ауыл халҡы күмәк көс менән уны ла хәл итте – газ тоташтырыу өсөн аҡса йыйҙы.
Артабан да шулай бергә, берҙәм булып, ауыл өсөн файҙалы өмәләрҙә ҡатнашырға насип итһен Аллаһы Тәғәлә! Иң мөһиме - донъя тыныс булһын!