Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июль 2023, 04:40

Сурдлимпиясыларҙы Владимир Путин ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөлә асылған Йәйге сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларға сәләм юлланы.

Сурдлимпиясыларҙы Владимир Путин ҡотланыСурдлимпиясыларҙы Владимир Путин ҡотланы
Сурдлимпиясыларҙы Владимир Путин ҡотланы

"Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә "Беҙ бергә. Спорт" Йәйге сурдлимпия уйындары асылыуы менән тәбрикләйем! Һуңғы йылдарҙа илебеҙ төбәктәрендә күнекмәләр үткәреүгә ҙур иғтибар бирелә, ярыштар ойошторола. Әлеге уйындарҙа ҡатнашыусылар оҫталығын күрһәтер, ҡаҙаныштарға өлгәшер, тип ышанам. Уларҙың уңыштары башҡаларҙы ла дәртләндерер, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыр. Шөғөлләнеүселәргә үҙ тәжрибәһен өйрәтеүсе, еңергә әйҙәүсе тренерҙарға, остаздарға рәхмәт", - тине Владимир Путин.

Йәйге сурдлимпия уйындары 2 авгусҡа тиклем дауам итә.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас