Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июль 2023, 04:30

Башҡортостан йәштәре "iВолга" форумында ҡатнаша

Йылдағыса был йыйын Һамар өлкәһендә үтә. Форумға ике меңгә яҡын йәш кеше килгән. Дөйөм алғанда, ҡатнашырға теләүселәрҙән 32 мең ғариза ҡабул ителгән.

Башҡортостан йәштәре "iВолга" форумында ҡатнашаБашҡортостан йәштәре "iВолга" форумында ҡатнаша
Башҡортостан йәштәре "iВолга" форумында ҡатнаша
21 июлдә башлаған сара «Мәғариф» милли проектында ҡуйылған маҡсаттарға тура килә. 
Башҡортостан делегацияһында - 120 кеше. Программа бик йөкмәткеле. Беҙҙең йәштәр «Флагманы молодежи», «Территория спорта», «Научный проспект», «Территории впечатлений», «Мастера воспитания», «Миссия доброТЫ», «Единство поколений», «Креативная мастерская», «Медиалаборатория», «Поколение Первых», «Голос молодежи» кеүек сараларҙа ҡатнаша.
Форум 28 июлгәсә дауам итә.
Фото: Государственный комитет Республики Башкортостан по молодёжной политике.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас