

Был фән ярышы 1968 йылдан алып үткәрелә. Быйыл Рәсәйҙән дүрт уҡыусы барҙы. Уларҙың өсәүһе алтын миҙал яуланы. Команда Бөтә Рәсәй химия олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса тупланғайны.
Әйткәндәй, Вадим Харисов быйыл Ҡаҙағстанда үткән 57-се Менделеев олимпиадаһында ла "алтын" яулаған.
Уны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.
Республика етәксеҙе социаль селтәрҙә былай тип яҙған: "Вуздан һуң беҙ Вадимды Хөкүмәткә саҡырырға әҙербеҙ. Ундай йәш кешеләр кәрәк. Вадим Харисовты һәм уның остазы Айнур Ғүмәровты юғары һөҙөмтә менән ҡотлайым. беҙҙең, башҡорт, Рәсәй мәктәбе - донъяла иң көслөләрҙән. Ә беҙҙең йәштәр - иң яҡшыһы һәм һәләтлеһе. Быға бер ҡасан да шигем булманы".
Яҡташыбыҙҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ!