

Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған «Ватан һаҡсылары» махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү фондының Башҡортостандағы идаралығы әүҙем эшләй. Бында килгән бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай һәм мәсьәлә хәл ителә. Был хаҡта филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарин Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ветерандарға һәм СВО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтелә.
Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, шулай уҡ филиалда медицина ярҙамы күрһәтелә, йәмәғәтселек һәм дәүләт органдары менән бәйләнешкә сығырға, йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр. Штатта 40 социаль координатор эшләй, уларҙың икәүһе — үҙәк офиста, 38-е муниципалитетта эшләй. Белгестәр һалдаттарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен күп функциялы үҙәктәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәрендә һәм башҡа административ зданиеларҙа ҡабул итә.