Әсә күҙҙәре...
Тамара Солтан-Собханғолова һүҙҙәре, Айгөл Мөхәмәтйәнова көйө (Улдарын һуғышҡа оҙатҡан әсәйҙәргә арнала) Улын көтә Әсә... Эстән генә Доға ҡылып көнөн -төндәрен, Устарына ҡыҫып йөрәк зарын, Алыҫтарға төбәп күҙҙәрен. Был күҙҙәрҙе күргән башҡа берәү Күтәр(ә)алмаҫ Әсә ҡарашын, Күпме һағыш... күпме өмөт уның Күҙҙәрендә ҡалған аҙашып. Был күҙҙәрҙә ваҡытлыса ғына Туҡтап ҡалған донъя, тын ҡалған... Бәғерҙәрҙе ҡырҡҡа телгәләрлек Йән ғазабы өнһөҙ ҡаҙалған. Ҡушымта: Улын көтә Әсә, улын көтә! Мин иҫәнмен!» - тигән хәбәрен, Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш... Һәм сабырлыҡ!! Бөйөк Әсәнең...