Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июля 2023, 11:30

Иғтибар! Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Ил Президенты Владимир Путин хәрби дәрәжәле граждандарға запаста булыу йәшен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Иғтибар! Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙыИғтибар! Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы
Иғтибар! Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, хәҙер запаста элеккенән биш йылға оҙағыраҡ буласаҡтар.

Беренсе разрядлы хәрби бурыслыларға сикке йәш 35-тән 40 йәшкә, икенсе разрядлыларға  — 45-тән 50 йәшкә, өсөнсө разрядлыларға 50-нән 55 йәшкә тиклем күтәрелә.

Өлкән офицерҙар мобилизация резервында — 65 йәшкә, кесе офицерҙар 60 йәшкә тиклем ҡаласаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас