

Фигуралы шыуыу буйынса Олипмия уйындары чемпионы, донъя чемпионы Алина Заһитов был хаҡта Беренсе каналда биргән интервьюһында һөйләне. «Произвольная программа» тапшырыуында Алина Башҡортостандың баш ҡалаһына тағы ла килергә теләүен белдерҙе.
«Өфө оҡшағайны. Барыһы ла матур ине: тәбиғәт, һауа торошо һәм кешеләр. Мин унда тағы ла әйләнеп ҡайтыр инем», — тине Алина Заһитова.
Алина Заһитова быйыл апрелдә Өфөлә уҙған «Чемпионы на льду» боҙ шоуында ҡатнашҡайны.
Әйткәндәй, уның башҡорт икәнен күптәр беләлер. Спортсының атаһы - хоккей буйынса тренер Илназ Нәсих улы Заһитов. Йәнәй ырыуы башҡорто, сығышы менән Татарстандың Аҡтаныш районынан.