Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июля 2023, 09:27

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырыласаҡ

Берҙәм ярҙам саралары стандартын тағы ла 20 яңы сара менән тулыландырыу көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырыласаҡБашҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырыласаҡ
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырыласаҡ

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — БР финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, берҙәм стандартҡа 20 ярҙам сараһы инә, Башҡортостанда уларҙың күбеһе тормошҡа ашырыла.

«Республиканың профилле министрлыҡтары өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индереү өҫтөндә эшләй, яҡын киләсәктә БР Хөкүмәтенә тейешле тәҡдимдәр индереләсәк», — тип белдерҙе Лира Иғтисамова.

Вице-премьер, бер генә шифахана ла хәрбиҙәрҙе хеҙмәтләндереүҙән баш тартырға тейеш түгел, дөйөм номер фондының 10 проценты улар өсөн резервҡа ҡалдырылған, тип тә өҫтәне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов