Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июль 2023, 08:00

Самолет бәүелтә...

Өфөнөң Дан бульварындағы самолет тураһында яҙғайныҡ. Ул ысынлап та тарихи осҡос булып сыҡты. Легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа оло хөрмәт йөҙөнән ошо самолетты урынлаштырҙылар. Бульварҙа шәхестең таш һыны ла тора. Әйткәндәй, самолетты дүрт метрға өҫкә күтәреп, аҫта бәүелсәк яһағандар. Килегеҙ, күрегеҙ, осҡосҡа ултырығыҙ!

Самолет бәүелтә...Самолет бәүелтә...
Самолет бәүелтә...

Бында көнө-төнө бәүеләләр. Хатта өлкәндәр ҙә ултыра. Ҡайһы саҡ сират көтөргә лә тура килә. Бәүелсәктәр өсәү. Ныҡ булһа, ярай ҙа. Дан бульварында кеше бик күп була. Самолеттың терәүҙәре бер аҙ нәҙегерәк кеүек. 

Бәүелсәкте бик оҡшаттылар.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас