

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа ҡаршы дөйөм прививкалауҙан баш тартырға тәҡдим итә. Сәләмәтлектәре насар булған граждандарға ғына яһатырға кәрәк буласаҡ. Баҡһаң, эпидемиологик хәл-торош тотороҡлана һәм дөйөм иммунитет барлыҡҡа килгән икән.
Хроник йә онкологик сирҙәре булған, ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән граждандарға вакцина яһатыу дауам итә. Министрлыҡ тәҡдименсә, ҡалғандар яһатмаһа ла була.