

Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә яҙылыусы дуҫтарына операцияны йәнә кисектереүҙәрен хәбәр итте.
Йырсы операция яһатыу матурлыҡ өсөн дә, һаулығы өсөн дә ныҡ кәрәк икәнен, әммә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең әлегә бик юғары хәүеф менән янауын һөйләне.
«Операцияны күсерҙеләр, сөнки мин яңынан анализ яһаным, һәм улар насар булды. Шуға күрә хәҙер ике-өс аҙна дауаланырға кәрәк, һуңынан тағы ла бер тапҡыр операцияға киләсәкмен. Мин ятып китеп иланым, сөнки анализдар ҡот осҡос. Консилиум йыйҙылар, һәм табиптар миңә, әгәр был операцияны яһаһам, уны яһаған ерҙән сыға алмаҫ инең, тине. 80 процент иҫән ҡалмаҫ инем. Саҡ тынысландым һәм операцияны күсерергә булдым», - тине Асаева.
Фото: Т. Аманов