Рәсәйҙә дача, йәғни ҡала халҡы өсөн баҡса тарихы Петр Беренсе осоронан уҡ килә. Ул саҡта батша Петербург түрәләре йәй көнө алыҫ поместьеларына китмәһен, ә “ҡул аҫтында” булһын өсөн ер участкалары бүлеп биргән. Тәүҙә уны тик ял итеү өсөн генә файҙаланғандар.
Совет осоронда барыһы ла үҙгәргән: дачалар тырыш хеҙмәт урынына әүерелгән. “Алты сутый” тигәнде хәтерләйҙер әле өлкәндәр.
Хәҙер баҡсаны бирмәйҙәр, кәрәкһә, һатып алаһың да, әйҙә инде, теләһәң – эшләйһең, теләмәһәң, шешлек ҡыҙҙырып ашарға, мунса инергә генә бараһың.
Ҡыҫҡаһы, байрам менән, “дачник”тар!