"Ватан" ирекле отряды бер ай элек махсус хәрби операцияға ҡушылғайны. Һалдаттарҙың хәл-торошо менән телеграм-каналда даими таныштыралар.
- Егеттәр менән мунса бурап алдыҡ. Ауыр эштән һуң, дежурҙа торғандан һуң ял итеп аласаҡбыҙ. Беҙҙең "Ватан" отрядында барыһы ла яҡшы. Тағы ла яҡшыраҡ та буласаҡ, - ти отряд командиры "Самурай".
Бөтәгеҙгә лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, ир-егеттәр!