Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2023, 14:00

Үәт, исмаһам, бәхетле кеше!

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 18 йәшлек егет туғыҙынсы ҡаттан... "Нива" машинаһы өҫтөнә ҡолап төшкән.

Үәт, исмаһам, бәхетле кеше!Үәт, исмаһам, бәхетле кеше!
Үәт, исмаһам, бәхетле кеше!

Ул дуҫтары менән байрам иткәндә балконға тәмәке тартырға сыҡҡан да, яңылыш аҫҡа осҡан. Һис бер ни булмағандай ул йәмшәйгән машина өҫтөнән төшөп, ергә ятып серем итеп алған. Уны таксист күреп уятҡас, егет киренән фатирына инеп киткән. Шаһиттар "Тиҙ ярҙам" саҡырып, уны, ай-вайына ҡарамай, дауаханаға алып барғандар. Тәне саҡ ҡына һыҙырылған, күгәргән егеткә табиптар ҙа, полиция хеҙмәткәрҙәре лә шаҡ ҡата. Нисек имен-аман ҡалғанына иҫең китер ҙә шул...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас