Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2023, 11:00

Истанбулды ер тетрәүенә әҙерләйҙәр...

Төркиә властары белдереүенсә, ҡалала 600 мең бина, 4,5 миллион кеше уғата хәүефле урында.

Истанбулды ер тетрәүенә әҙерләйҙәр...Истанбулды ер тетрәүенә әҙерләйҙәр...
Истанбулды ер тетрәүенә әҙерләйҙәр...

Истанбулда ҡеүәтле ер тетрәүе фаразлана. Был тарихи ҡала сейсмик йәһәттән хәүефле биләмәлә урынлашҡан. Белгестәр ер тетрәү магнитудаһы 7,2 – 7,6 буласағын күҙаллай. 90 мең бина шунда уҡ емереләсәк, имеш. Тәбиғәт ҡазаһының алдағы алты-ете йылда булыу ихтималы – 50 процент. Кисекмәҫтән сара күрергә кәрәк, тип миллионлаған кешегә ваҡытлыса йәшәү урыны өсөн майҙан һайлайҙар, иҫке йорттарҙы һүтергә ҡушалар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас