Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2023, 10:00

Дәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, уҡытыусы Земфира Атанғолова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Дәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, уҡытыусы Земфира Атанғолова ижадынан бер шәлкемДәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, уҡытыусы Земфира Атанғолова ижадынан бер шәлкем
Дәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, уҡытыусы Земфира Атанғолова ижадынан бер шәлкем

Земфира АТНАҒОЛОВА 1946 йылда Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, 1965 йылда мәктәптә эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый. Артабан хеҙмәт юлын Өфөләге Мәғарифты үҫтереү институтында методист булараҡ дауам итә. Бөгөнгө көндә Дәүләкән ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда. “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә. Күп йылдар “Әхирәттәр” исемле башҡорт фольклор төркөмө составында төрлө сарала ҡатнаша.

 

ҠЫҘЫЛ МИЛӘШТӘР

Аҡ ҡар ҡунған ҡыҙыл миләштәр
Ҡыш көнөндә шундай сибәрҙәр.
Нисек шулай ҡыҙыл миләштәр
Матур көйө ҡала белгәндәр?!

- Әйтегеҙсе, ҡыҙыл миләштәр,
Матурлыҡты һаҡлау серҙәрен,
Нисек шулай ҡышкы һалҡында
Һеҙҙән алалмайбыҙ күҙҙәрҙе?

- Беҙ, миләштәр, ҡыҙыл миләштәр,
Барығыҙға бәхет теләйбеҙ.
Күңелебеҙ матур булғанға
Һоҡландырып оҙаҡ йәшәйбеҙ.

Аҡ ҡар ҡунған ҡыҙыл миләштәр
Уттай ялҡынланып яналар.
Һиңә булған ҡайнар хистәрҙе
Юя алмай ҡышҡы һалҡындар.


КӨҘҘӨҢ ЯҘЫ

Ятҡан ҡарҙы иретерлек
Йылы бөркә бар донъя.
Көҙҙөң яҙы килде ҡапыл,
Күңелемдә нур тоям.

Ҡояш көлә яҙ ҡыҙылай,
Һыуҙар аға гөрөлдәп.
Был ни хәл һуң – йыр ағыла
Күңелдәрҙән мөлдөрәп.

Ҡайындар ҙа, ҡарын ҡағып,
Йылмайышып бейешә.
Был ни хәл булды һуң, тиеп
Бышылдашып серләшә.

Был – йөрәгем ялҡынланып,
Нурлай бөтә донъяны.
Күңелдәрҙең ҡылын сиртә
Ғүмер көҙөнөң яҙы.

 

БЕРҘӘМ

Берҙәм ауылында эш башланым,
Йәшлек дәрте ташып торғанда.
Мин – уҡытыусы, алда – ҙур хыялдар
Тәүге көндө эшкә барғанда.

Ул ауылды һис тә онотмайым:
Хәтерләйем бер яҡ урамды,
Ыҡсым ғына йорттар теҙелешкән
Урам артындағы урманды.

Ҡаршы яҡта икһеҙ-сикһеҙ баҫыу,
Алыҫтарға китә тулҡыны,
Урман буйындағы кескәй мәктәп
Ҙур бер донъя булып балҡыны.

Ҙур ышаныс бағлап миңә килде
Бик һөйкөмлө, матур кескәйҙәр,
Яҡты өмөт менән ҡарай ине
Сибәр ҡыҙҙар, шаян малайҙар.

Үҙем бала, әле тәжрибәм юҡ,
Бала күңелен нисек аңлайһың?
Миңә баҡҡан йондоҙ-күҙҙәрҙе
Яратмайса ҡайҙа бараһың?

Мин уларға белем нуры бирҙем,
Улар бирҙе миңә тәжрибә
Һәм өйрәтте күңел йылылығын
Ғүмер буйы һаҡлап килергә.

Бер ҡайтаһы ине Берҙәмемә...
Тик ул ауыл хәҙер юҡ инде.
Бер миҙгелгә әйләнәһе ине
Йәшлегемдә һалған эҙҙәрҙе.

Онотмайым уны, һәр саҡ иҫтә
Берҙәмем – берҙән-берем.
Шул ауылдың кескәй мәктәбендә
Үтте минең тиле йәш сағым.

Яҙмышыма рәхмәтлемен,
Ожмах түре ине ауылым.
Мин бәхетле ожмах түрҙәрендә
Башланғанға хеҙмәтем юлы.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас