

Көтөлмәгән табыштарға арнала был көн.
Мәҫәлән, баҡсағыҙҙан күп йылдар элек юғалтҡан алтын балдағығыҙҙы тапҡанһығыҙ икән, ти. Шәп түгелме ни?! Йәки яр буйындағы соҡорҙа бер һөйәк һерәйеп торғанын күрҙегеҙ ҙә, тартып сығарһағыҙ, ул боронғо бер януар мөгөҙө, имеш!
Махсус металл эҙләгес менән ер аҫтынан хазина табыусылар ҙа күп бөгөн.
Археологтарҙың уңышы, ғөмүмән, табыштарҙан тора.
Ысынлап та, һеҙҙең берәй үҙенсәлекле әйбер тапҡанығыҙ бармы?