

Йәш әҙибә Заһиҙә Мусинаның "Килен" исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа повесть һәм хикәйәләр тупланған. Тиражы - 1000 дана. Уны "Планета" китап магазины селтәрҙәрендә һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Заһиҙә Мусина Йылайыр районының Сәлих ауылынан. Башҡорт дәүләт университетында белем ала, шул уҡ ваҡытта "Шоңҡар" журналында эшләй. Йәш яҙыусының әҫәрҙәре республика матдуғатында, шул иҫәптән "Йәшлек" гәзитендә лә донъя күреп тора. 2021 йылда ул Мостай Кәрим фонды ойошторған әҙәби конкурста гран-при яуланы. "Килен" - Заһиҙәнең тәүге китабы.