Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июля 2023, 08:00

Роспотребнадзор ҡала дауаханаларының береһе тикшерә

Пациенттар дауахана стеналарында тараҡандар йөрөүен төшөрөп алған һәм интернетҡа һалған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡала дауаханаларының береһендә төшөрөлгән видеояҙмала стенала тараҡандар йөрөүе күренә. Яҙма интернетҡа таралған. «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы менән берлектә тикшереү үткәргән.
 
Дауаханала ысынлап та санитария талаптарына тап килмәгән шарттар булыуы асыҡланған. Ғәйеплеләргә ҡарата административ эш ҡуҙғатыласаҡ.
 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов