Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июль 2023, 10:30

"Һеҙҙе сихырлағандар!"

"Һеҙҙе сихырлағандар! Беҙ ярҙам итмәһәк, яҡындарығыҙ боҙомдан... үләсәк!" - "экстрасенстар" Нефтекаманан 65 йәшлек ҡатынды шулай хәтәр ныҡ ҡурҡытҡан.

"Һеҙҙе сихырлағандар!""Һеҙҙе сихырлағандар!"
"Һеҙҙе сихырлағандар!"

Ҡатын ҡурҡышынан март айынан алып даими рәүештә "экстрасенстар"ға аҡса күсергән, кредитҡа батып бөткән. Банктар уға аҡса ла бирмәй башлаған. Ләкин "экстрасенстар" уны һаман ҡурҡытҡан, бер туҡтауһыҙ шылтыратып, боҙом менән янаған. Ахырҙа пенсионер полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Шунда ғына ҡатын аферистар тоҙағына эләгеүен аңлаған.

Ә бит "экстрасенстар" номеры күрһәтелгән иғланды ул үҙәк телеканал тапшырыуҙарының береһендә күреп, әллә мине сихырлағандармы икән, йыш ауырыйым, тип зарланып, ярҙам итерҙәренә өмөтләнеп шылтыратҡан. Телевизор аша ла кешеләрҙе алдайҙарҙыр, тип башына ла индермәгән. 

Аферистарҙы ул, әйткәндәй, 1 млн 300 мең һум аҡсаға байытҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас