

“Беҙ яҡын арала “ЯКласс” ресурсында 1 – 4 класс уҡыусылары өсөн юғары сифатлы уҡыу материалдары эшләй башлайбыҙ. Контент башланғыс кластарҙың календарь-тематик уҡыу планына тулыһынса тап киләсәк. Әле шулай уҡ “Цифровой башкирский” проекты буйынса 5 – 9 кластарға материалдар әҙерләйбеҙ. Һәр бала, һәр теләгән кеше башҡорт телен заманса форматта ҡыҙыҡһынып өйрәнәсәк. Уҡытыусылар асыҡ дәрес йә контроль эше үткәргәндә, өйгә эш биргәндә ошо материалдарҙы файҙалана ала. Ата-әсәләр ҙә балаларының нисек эшләүен күрәсәк”, – тип яҙған социаль селтәрҙә Морат Нил улы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүсе һәммәһенә лә уңыштар теләйбеҙ!