ҠЫҘЫҠМАҒЫҘ . . .
Ҡыҙыҡмағыҙ кеше тормошона, Байлығына, даны, күркенә. Дәрәжәһен күреп асынмағыҙ, Көнләшмәгеҙ кеше милкенә. Сибәрҙәрҙе күреп уфтанмағыҙ- Минән, тиеп Хоҙай йәлләгән. Уңышлыны күреп осонмағыҙ- Минең өлөштө тип һәрмәгән. Һынап бирә Хоҙай барыбыҙға. Байлыҡ бирә тота белгәнгә. Дәрәжәне бирә күтәргәнгә. Данды бирә илһам кергәнгә. Сибәр матур түгел, һөйгән матур- Һөйөү сере бары шул ғына. Күңел матурлығың булмай икән- Матур битлек йөрәк туңдыра. Ҡыҙыҡмағыҙ кеше яҙмышына, Бәхетең тик үҙең ҡулыңда. Иң ҙур байлыҡ һаулыҡ менән юлдаш Тәүфиҡ булһын ғүмер юлыңда. Наилә Хәмбәлиева.