Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июль 2023, 08:27

Герой иҫтәлегенә кросс үтте

Яңауыл районында тәүге тапҡыр Рәсәй Геройы Игорь Насибуллин иҫтәлегенә тау кросы буйынса асыҡ беренселек үтте.

Герой иҫтәлегенә кросс үттеГерой иҫтәлегенә кросс үтте
Герой иҫтәлегенә кросс үтте
"Орленок" ял лагеры янындағы урманда, саңғы юлында ойошторолған ярышта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йүгерергә яңауылдыҡылар ғына түгел, күрше райондарҙан, хатта Өфөнән дә килеп еткәндәр.
Әлбиттә, геройҙың ата-әсәһе лә бында ине. Роза Хәбибйән ҡыҙы ла йүгерҙе һәм икенсе урын яуланы. Афарин, батыр егет әсәһенә!
Сара "Спортивный калейдоскоп. Республика первых" проекты буйынса ла ойошторолоп, уның байрағы Балтас районына тапшырылды.
Фото: МАУ "Дворец молодежи".
Герой иҫтәлегенә кросс үтте
Герой иҫтәлегенә кросс үтте
Герой иҫтәлегенә кросс үтте
Герой иҫтәлегенә кросс үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас