Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2023, 11:34

Бик шәп закон проекты хупланманы...

Иҫегеҙҙәме икән, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына май байрамдарын ҡушып, оҙон ял булдырыу тураһында тәҡдим индерелгәйне. 1 һәм 9 май араһындағы көндәрҙе "яңы йыл каникулдары"н ҡыҫҡартыу иҫәбенә ял яһамаҡсылар ине. Моғайын, был ниәт хыял булып ҡына ҡалыр.

Бик шәп закон проекты хупланманы...Бик шәп закон проекты хупланманы...
Бик шәп закон проекты хупланманы...

Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты шаршамбы көндө ултырышта депутаттарға яңы йыл байрамдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә майҙа оҙайлы ялдар тураһында закон проектын кире ҡағырға тәҡдим итте. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проектты 5 апрелдә Думаға «Яңы кешеләр» фракцияһы депутаттары индергәйне.

Оҡшаманы, ахыры, халыҡты тап майҙа оҙайлы ялға ебәреү. Әйҙә, ҡыш көнө ял итегеҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас