

Әйткәндәй, ауыл спортын үҫтереү өсөн 2020 йылда илдә тәүгеләрҙән булып беҙҙең республикала «Ауыл тренеры» проекты индерелде. Ул иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһенә әүерелде һәм 25-кә яҡын төбәккә таратылды. Проект сиктәрендә 103 тренерға ярҙам күрһәтелде. Быйыл тағы ла 55 тренер 1 миллион һум аҡса алырға тейеш.
Аҡсаны торлаҡ һатып алыу, торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин.
Шулай уҡ, 2022 йылдың декабрендә республика етәксеһе ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында «Ҡала тренеры» проектын индерергә ҡарар ителде.