Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июля 2023, 14:00

Арпа эсемлектәре бик шифалы

100 ауырыуға дауа: пневмония, бронхит, шәкәр диабеты, артрит, ревматизм...

Арпа эсемлектәре бик шифалыАрпа эсемлектәре бик шифалы
Арпа эсемлектәре бик шифалы
Арпа организмды токсиндарҙан, шлактарҙан таҙарта, ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарын дауалай. Ул 65 процент углеводтан торғанға, бутҡаһы бик файҙалы. Диабет һәм артрит менән ауырығандарҙың рационына мотлаҡ арпа бутҡаһы йәки ашы индерәләр. Унда вирус һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүсе тәбиғи матдәләр ҙә бар. Хатта арпа бүрттергән һыу менән аяҡтарҙы йыуып, бәшмәк ауырыуынан ҡотолорға мөмкин.
 
Арпа төнәтмәһе менән төрлө ауырыуҙарҙы дауаларға була. Көслө йүтәл, пневмония, бронхит булғанда түбәндәге эсемлек ярҙам итә: 2-әр ҡалаҡ ярма менән йөҙөмдө йыуып, 1,5 литр һауҙа оҙаҡ итеп (шыйыҡлыҡтың яртыһы парға әйләнгәнсе) ҡайнаталар. Һыуынғас, 1 ҡалаҡ бал һалып бутайҙар ҙа, көнөнә 3 тапҡыр 100-әр мл эсәләр.
Ашҡаҙан, эсәкЮ үт ҡыуығы, бауыр, бөйөр, бәүел сығарыу юлдары, артрит, ревматизм, диабет ауырыуҙары ваҡытында 20 г арпаны 1 стакан һыуға һалып, 4-5 сәғәт тоталар ҙа, 10 минут ҡайнатып һөҙәләр. Һәм көнөнә 5 мәртәбә ашар алдынан 3 ҡалаҡ эсәләр.
Геморрой, цистит, пиелонефрит борсоғанда арпаны дымлы шарттарҙа шыттыралар ҙа, киптереп ыуалар. 2 ҡалаҡ арпа вағын 1 л ҡайнат һыуға һалып, 4 сәғәт төнәтәләр. Был эсемлекте көн һайын 5 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
 
Иғтибар! Арпа төнәтмәһе менән дауаланғанда тауыҡ йомортҡаһы ашарға ярамай. 
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас