***
Йәй ҙә хәҙер оҡшаш һалҡын көҙгә,Әсе еле үтә елеккә,Йән өшөткөс яуа ямғыры ла,Тамсылары тейеп үҙәккә.
Баллы-татлы емеш өлгөргәндә,Ниңә кәрәк икән һыуығы?Һүрән ҡояш болот- шаршауында,Ошо әллә йәйҙең сыуағы?
Бер туҡтауһыҙ ҡара болот илай,Көнө буйы көслө ел даулай.Аҡ ямғырға әллә әйләндеме?Бар ғаләмде аҡһыл быу яулай.ҠЫПСАҠ ХАН