Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2023, 10:58

Йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү өсөн һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәкте йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙең контроль ваҡытын әйтте.

Йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү өсөн һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәЙылытыу миҙгеленә әҙерләнеү өсөн һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә
Йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү өсөн һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Барлыҡ муниципалитет һәм профилле ойошмалар паспорт алып, 15 сентябргә ҡышҡа әҙерлекте тәьмин итергә тейеш.

«Ҡышҡа әҙерләнеү өсөн аҡсаның суммаһы — 8 миллиард 303 миллион һум. 2023 йылда аҡсаның күләме Рәсәй биләмәләрен үҫтереү фонды аҡсаһына йәлеп итеү иҫәбенә, үткәненә ҡарағанда, 30 процентҡа күберәк», — тип билдәләне Ирина Голованова.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас