Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2023, 09:26

Янғынға ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәт!

Башҡортостанда бер нисә көн рәттән ғәҙәттән тыш хәл тәртибе ғәмәлдә булды. Был Белорет районындағы урман янғынына бәйле ине.

Янғынға ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәт!Янғынға ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәт!
Янғынға ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәт!

Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына яҡын ғына урман янды. Ҡыҙыу көндәрҙә республиканың дүрт районында янғын теркәлгән. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әле урман янғыны юҡ. Белореттағы ут 16 июлдә туҡтатылған. Уны һүндереүҙә 267 кеше ҡатнашҡан, 57 берәмек техника йәлеп ителгән. Вертолет 111 тапҡыр һыу һипкән.

Радий Хәбиров утҡа ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы бүләкләргә ҡушты.

- Иң мөһиме - ҙур янғындарҙы булдырмаҫҡа, тораҡ пункттарға яҡынлауына юл ҡуймаҫҡа, - тине БР Башлығы.

Фото: Госкомитет РБ по ЧС.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас