Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июля 2023, 04:51

Рәсәй Геройы Игорь Насибуллинға бюст асылды

"Ысын офицер, танк ротаһы командиры Игорь Леонидович Тыуған иленә һәм хәрби бурысына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалды һәм иптәштәрен ҡотҡарып һәләк булды", – тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Яңауылда сығыш яһағанда.      

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Геройы Игорь Насибуллинға бюст асылдыРәсәй Геройы Игорь Насибуллинға бюст асылды
Рәсәй Геройы Игорь Насибуллинға бюст асылды

Геройҙың тыуған көнөндә үткәрелгән тантаналы сарала уның ата-әсәһе, туғандары һәм яҡындары, ҡунаҡтар, сараға саҡырылыусылар, Яңауыл районы халҡы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән тәбрикләне. 

– Ысын офицер, танк ротаһы командиры Игорь Леонидович Тыуған иленә һәм хәрби бурысына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалды һәм иптәштәрен ҡотҡарып һәләк булды, – тине Константин Толкачев. – Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән геройлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Нәсибуллин Игорь Леонидовичҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. 

Нәсибуллиндар ғаиләһендә барлыҡ ир-егет тә - хәрби кешеләр. Геройҙың атаһы Леонид Ғилмийәр улы һәм өлкән ағаһы Александр - майорҙар.

Константин Толкачев, Геройҙың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеп, Рәсәй армияһы офицерын, Башҡортостандың данлы улын тәрбиәләгәндәре өсөн уларға ихлас йөрәктән рәхмәт белдерҙе.

Игорь Насибуллин 2022 йылда һәләк булды.

Фото: Рустам Сангов, «Янаульские зори».

 

Автор:Алһыу Ишемғолова