Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2023, 09:38

"Патриот"та балаларға оҡшай

Республиканың Шишмә районында урынлашҡан "Патриот" хәрби-патриотик парктың "Авангард" уҡыу-методик үҙәге бер юлы 300 баланы ҡабул итә ала.

"Патриот"та балаларға оҡшай"Патриот"та балаларға оҡшай
"Патриот"та балаларға оҡшай

БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, йәй башында ике яңы модулле корпус асылған.

Июндә "Патриот"та 10-сы класта уҡыусы үҫмерҙәр сборҙа булған, шулай уҡ юнармеецтар килгән, "Абитуриент" сменаһы ла булған. Июль башында ирекмәндәр йыйылған һәм "Навигаторы детства" төбәк форумы ла уҙған.

Әле паркта "Содружество орлят" профилле сменаһы бара. Унда башланғыс кластар балалары ҡатнаша. 23 июлдән 3 авгусҡаса хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре йыйыла. Шулай уҡ августа "шайморатовсылар" сменаһы күҙаллана.

- "Патриот" өсөн шатланабыҙ. Һәр көн беҙҙең республикаға, балаларға файҙаһы бар. Парктың филиалдарын да булдырасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас