Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2023, 18:40

"Һеҙҙе тыуған йорттарығыҙҙа көтәләр!"

Күптәргә "Эльвина-100 " булараҡ билдәле блогер Элвина Сибәғәтова күмәк көс менән изге эш башҡарған. Ул социаль селтәрҙә яҙылыусылары менән бергә махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға "УАЗ" автомобилен һатып алған.

Тиҙҙән ул юлға сығасаҡ.
"Аллаға шөкөр! Күмәк көс менән эшләнек! Был УАЗ-дың файҙаһы тейһен егеттәребеҙгә! Иҫән һау, үҙ аяҡтарында, Еңеү яулап ҡайтырға яҙһын! Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Амин!"- тип яҙа ул.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас