Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2023, 17:25

Дыуан районында дүрт йәшлек малай уйынсыҡ йотҡан

Бәләкәй предмет тын юлдарын өлөшләтә ҡаплаған.

Дыуан районында дүрт йәшлек малай уйынсыҡ йотҡанДыуан районында дүрт йәшлек малай уйынсыҡ йотҡан
Дыуан районында дүрт йәшлек малай уйынсыҡ йотҡан

Йәш пациенттың ғүмерен Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы Илгиз Мостафин ҡотҡарған.
Медицина учреждениеһында һөйләүҙәренсә, табиптар малайға ашығыс операция яһарға әҙерләнгән, Әммә Илгиз Мостафин ярҙамында уйынсыҡ операцияһыҙ сығарылған.

Хәҙер малайҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Әлегә Уның хәлен табиптар күҙәтә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас