Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июля 2023, 09:00

Файҙалы кәңәштәр

Йоҡлай алмай интеккәндә, ҡарағай йәки шыршы тубырсығын ике ус менән ышҡыһағыҙ, бер ниндәй дарыу кәрәкмәҫ. Тубырсыҡ- тәбиғи массажер. Арҡағыҙ ауыртҡанда иҙәнгә йәйеп һалынған тубырсыҡҡа ятып, үҙегеҙгә массаж эшләгеҙ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

 

Ҡулығыҙға  сей йомортҡа ағын һөртһәгеҙ, тиреһе йомшарып, нәфисләнеп китер.
 Күҙ ҡабаҡтары шешенеп торһа, 15 минутҡа ромашка төнәтмәһенә мансылған  мамыҡ һалығыҙ.
 Иртәнсәк йыуынғанда һәм кис йоҡлар алдынан ауыҙығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡау нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә.
 Бешеп сыҡҡан картуфты һыуыҡ һыуға һалһағыҙ, уның тышын таҙартыуы еңел булыр.
 Ябай спрайт газировкаһы менән тәҙрәгеҙҙе таҙартһағыҙ, ул ялтырап китер.
Һуған турағанда һағыҙ сәйнәгеҙ. Күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.

 

 

Фото: forum.toadstool.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина