***
Милләт мөнбәрендә, ҡот ҡундырып, Йәш ҡолондай уйнап торғандарҙы,Берәм-берәм, зинһар, сүпләмәгеҙ,Йәшәр өсөн генә тыуғандарҙы....
Яратып та, һоҡланып та туймаҫУлар - көмөш тояҡ балалар бит!Бәғерҙәрҙе беҙҙең өҙөп-йолҡоп,Күҙҙән осоп ҡына баралар бит....
Тормош - сәхнә! Тормош - һуғыш түгел,Бәкәлдәргә беҙҙең һуҡмағыҙсы.Ҡанлы уйын ҡомарынан шашыпАҫыл уландарҙы йотмағыҙсы!
Тураҡлана сит-ят тарафтарҙаИлдең бер тигән дә юрғалары.Иламаған әсә ҡалды микән?Йолоп алалмағас доғалары...
Ҡауырыйым ауыр, шиғыр илай...Ҡайтарығыҙ иҫән уландарҙы!Йәшәр өсөн генә тыуғандарҙы,Йәшнәр өсөн генә тыуғандарҙы...
Миләүшә Ҡыҙрасова