

Был – Рәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ярҙам иткән иң ҙур коммерцияға ҡарамаған ойошма.
Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға Мәскәүҙән, Һамар, Һарытау, Силәбе, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Удмуртиянан һәм Пермь крайынан командалар килде. Ике көн дауамында эҙләнеү эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре – навигация, беренсе ярҙам күрһәтеү, төрлө ойошмалар һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ координаторлыҡ эше буйынса ялан дәрестәре үткәрәсәк.
Төбәк етәксеһе күнекмәләрҙә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уларға ҡатмарлы һәм мөһим миссияны үтәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөгөнгө сараны Башҡортостанда үткәреүегеҙ бик ҡыуаныслы. Республика исеменән һеҙгә башҡарған эштәрегеҙ өсөн ихтирам һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Ҡайһы берҙә һеҙ кешеләр өсөн туғандарын һәм яҡындарын табыуҙың һуңғы өмөтө булып тораһығыҙ. Был - еңел булмаған хеҙмәт, ул физик һәм әхлаҡи көс талап итә. Был эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Башҡортостан эҙәрмәндәренә рәхмәт белдерәм. Былтыр ғына улар 500-гә яҡын юғалған кешене тапҡан.
Асыу тантанаһынан һуң төбәк етәксеһе һәм Рәсәйҙәге «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары рәйесе Григорий Сергеев профессиональ оҫталыҡ дәрестәрендә булды һәм тематик уҡыу майҙансыҡтары эше менән танышты. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, таныш булмаған ерҙә хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен һәм ориентирлашыу һәләтен мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәтергә кәрәк.
– Беҙҙең отрядҡа мөрәжәғәттәр һаны йылдан -йыл арта бара, – тип билдәләне Григорий Сергеев. – Йөҙләгән кешегә беҙ ярҙам иттек һәм өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итәбеҙ. «ЛизаАлерт» тың республика бүлексәһе ярайһы уҡ күп һанлы махсус эҙләү ҡорамалдарына эйә, ай һайын теләгән һәр кем өсөн эҙләү тураһында семциялар һәм семинарҙар үткәрә. Тәүлек әйләнәһенә дежурҙар эшләй, халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул итергә әҙер. Эҙләүҙе тәүге сәғәттәрҙә башлау мөһим, был осраҡта тиҙ һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеге күберәк.
Аралашыу барышында Радий Хәбиров «ЛизаАлерт» етәксеһенә Шишмә районындағы «Патриот» паркы майҙансығында эҙәрмәндәр отрядтары күнекмәләрен ойошторорға һәм эҙәрмәндәрҙе өҫтәмә уҡытыуҙы ойоштороу өсөн отрядтан республика Башлығы гранттарын алыуға ғариза биреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына «ЛизаАлерт»менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.