Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2023, 07:00

Туристарҙы йәлеп иткән урын буласаҡ

Салауат районында "Салауат ере" тарихи-мемориал паркы төҙөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туристарҙы йәлеп иткән урын буласаҡТуристарҙы йәлеп иткән урын буласаҡ
Туристарҙы йәлеп иткән урын буласаҡ

14 июлдә Салауат районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы биләмәһендә булды. Уны «Янғантау» геопаркы биләмәһендә төҙөйҙәр.

 Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләүенсә, комплекстың дөйөм майҙаны – 4,5 гектар самаһы.Был үҙенең архитектураһы, масштабы һәм дизайны буйынса заманса уникаль тарихи парк буласаҡ. Проекттың хаҡы-115 миллион һум.

  Йыл һайын был территорияға 17 меңдән ашыу турист килә. Парк асылғандан һуң уларҙың һаны бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал.

«Салауат ере» мемориаль комплексы концепцияһын Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләгәндәр. Парк булған ландшафтҡа  тура килә.

«Янғантау «Геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт үҙәге директоры Айрат Ғәлиев аңлатыуынса, төҙөүселәр майҙансыҡта әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Проект йәйәүлеләр юлдарын, күҙәтеү майҙансыҡтарын, беседкаларҙы, эскәмйәләрҙе, тамашасылар өсөн амфитеатрҙы, милли герой Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналарҙы үҙ эсенә ала. Паркка ингән ерҙә автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын һәм сувенир киоскы буласаҡ. Амфитеатр төҙөләсәк,  тематик арт-объекттар, стелалар һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.

«Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын 2024 йылда асырға планлаштыралар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина