Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июль 2023, 08:15

Ҡыйғыла "Патриот" паркы филиалы буласаҡ

14 июлдә Ҡыйғы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йүкәлекүл ауылында урынлашҡан «Маяҡ» балалар лагерында булды.

Ҡыйғыла "Патриот" паркы филиалы буласаҡҠыйғыла "Патриот" паркы филиалы буласаҡ
Ҡыйғыла "Патриот" паркы филиалы буласаҡ

 Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса, һауыҡтырыу учреждениеһы базаһында «Патриот» хәрби-патриотик паркы филиалы булдырыласаҡ.

   Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Взлетай!»  V мәктәп мәғарифы форумының пленар ултырышында 2023 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе Башҡортостанда Шишмә районының «Патриот» паркында урынлашҡан үҙәктәргә оҡшаш үҙәктәр селтәрен үҫтерергә ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне. Беренсеһе Баймаҡ районының Ҡүлтабан ауылында эшләй башлаясаҡ.

  Ҡыйғыға эш сәфәрендә Радий Хәбиров балалар лагеры корпустарын һәм спорт майҙансыҡтарын ҡараны, шулай уҡ муниципалитет вәкилдәре һәм проектлаусылар менән объектты яңыртыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко хәбәр итеүенсә, территорияның дөйөм майҙаны – 2,6 гектар. Лагерҙың 110 урынлыҡ ике ҡатлы торлаҡ корпусы һәм медицина блогы менән бер ҡатлы ашхана бинаһы бар. Бынан тыш, бында футбол һәм волейбол майҙансыҡтары, баскетбол майҙансығы булған спорт зонаһы бар. «Патриот» филиалы асылған осраҡта бында республиканың төньяҡ-көнсығышындағы биш райондың, шулай уҡ Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының унынсы класс уҡыусылары һәм колледж уҡыусылары хәрби күнекмәләргә килә аласаҡ..

Төҙөүсе компанияның баш инженеры Сергей Минеев билдәләүенсә, филиал төҙөү өсөн ғәмәлдәге корпустарҙы капиталь ремонтлау, бинаны заманса ашхана итеп реконструкциялау планлаштырыла. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һүҙҙәренсә, бында федераль программа буйынса 100 урынлыҡ ике модуль корпус ҡуйырға планлаштыралар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас